Хәүефһеҙлек
23 Декабрь 2020, 18:45

273 кешенең ғүмере өҙөлгән

Янғынды иҫкәрткестәр ҡуйылмаһа, был һан, һис шикһеҙ, күберәк булыр ине.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда йыл башынан янғындарҙа 273 кешенең, шул иҫәптән 13 баланың ғүмере өҙөлгән. Фажиғәләрҙең күбеһе торлаҡ секторында теркәлгән.
Статистика буйынса, янғын ваҡытында кешеләр башлыса таралған еҫтән ағыуланып, ваҡытында дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмайынса үлә.
Йорттағы янғын иҫкәрткестәр хәүеф хаҡында хәбәр итеп, кешеләрҙе бәләнән аралап ҡала. Быйыл Башҡортостанда янғынды иҫкәрткестәр ярҙамында 497 кешенең, шул иҫәптән 205 баланың ғүмере ҡотҡарылған.
Күптән түгел, мәҫәлән, Күгәрсен районының Дауыт-Ҡәйеп ауылында янғын сыға. Махсус иҫкәрткестең тауышын ишетеп, 83 йәшлек ҡатын бәлә урынынан сығып ҡотола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 56 йәшлек ир кеше янып үлә. Тикшереү бара, янғын һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөнән сыҡҡан тип фаразлана.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Фото: ok.ru
Читайте нас