Интернет селтәрендә Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы янында төшөрөлгән видеояҙма барлыҡҡа килде. Унда бүреләрҙең өйөрө менән ауыл эттәренә һөжүм итә башлауы, йорт хайуандарын урманға алып китеп тамаҡлауы тураһында һүҙ бара.
“Ғәҙәттә, ҡышҡы һалҡындар башланыу менән бүреләр өйөр менән йөрөүҙе, һунар итеүҙе хуп күрә, сөнки шул рәүешле аҙыҡ еңелерәк табыла. Аслыҡ уларҙы ауылға, кешеләр торағына яҡын килергә, малға һөжүм итергә лә мәжбүр итә”, - ти һунарсылар.
Видеояҙманан күренеүенсә, Рыжик ҡушаматлы эттең бары тик һыңар аяғы, эске ағзалары һәм ҡойроғо ғына ҡалған. “Бахыр ғына Рыжиктың аяғы ята... Ҡойроғон ҡарға ҡаҙап киткәндәр... Бынан алдағы аҙнала күршеләрҙең Каспер ҡушаматлы этен тамаҡлағайнылар”, - тип аңлатма бирә видеоға төшөүселәрҙең береһе.
Йыртҡыс хайуандар ас булған осорҙа урманлы төбәктәрҙә йәшәгән халыҡҡа бик уяу булырға тура килә. Мал-тыуарҙы ваҡытында кәртәгә ябырға, ҡараңғы төшкәс, яңғыҙ-ярым ауылдан ситкә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә һунарсылар йәмғиәттәре белгестәре.
Фото: видеояҙманан скриншот.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ: