Хәүефһеҙлек
23 Декабрь 2020, 16:00

Төп маҡсат – юлға бәйле бәхетһеҙ осраҡтарҙан аралау

23 декабрь Башҡортостанда Берҙәм Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре көнө тип иғлан ителде. Әлеге көнгә ярашлы, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә, күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймауға арналған саралар үтте.

Быйылғы йылдың 23 декабре Башҡортостанда Берҙәм Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре көнө тип иғлан ителде. Әлеге көнгә ярашлы, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә, күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймауға арналған саралар үтте.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһындағы 130-сы мәктәптең йәш инспекторҙары “Водителгә лайк” тип аталған акция ойошторҙо. Улар отряд етәкселеге менән берлектә юл саттарында йәйәүлеләргә юл биргән водителдәргә рәхмәт белдерҙе.
Шулай уҡ был көндө беренсе класс уҡыусыларына яҡтылыҡты ҡайтарғыс браслеттар таратылды. Бындай браслеттар һәм шуның ише башҡа элементтар водителдәргә киске эңерҙә йәйәүлене алыҫтан абайларға мөмкинлек бирә.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында махсус рейдтар ойошторҙо. Шулай уҡ мәктәптәрҙә тематик класс сәғәттәре, викториналар һәм конкурстар үтте, уларҙа балалар тағы бер тапҡыр хәрәкәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө, юл билдәләре менән танышты.
Фото: ufa-edu.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас