Хәүефһеҙлек
23 Декабрь 2020, 10:30

Улар күрмәй, ә төнгө клуб эшләй...

"Беҙ тикшереүҙәр тураһында иҫкәртһәк – унда бөтәһе лә һәйбәт, тыныс. Ә иҫкәртмәгән саҡта беҙҙекеләргә һаҡсыларҙы һөсләтәләр!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указын боҙоуҙар республика ҡалалары араһында Стәрлетамаҡта йышыраҡ осрай. Был хаҡта “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров белдерҙе.
“Стәрлетамаҡ хакимиәте ковидҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе үтәү өлөшөндә сара күрмәй. Уларҙа төнгө клуб эшләй, унда 100-ҙән ашыу үҫмер төркөмдә йөрөй. Унда сауҙа буйынса урынбаҫарға был хәл тураһында бер нисә тапҡыр әйткәндәр, әммә сара күрелмәй. Беҙ тикшереүҙәр тураһында иҫкәртһәк – унда бөтәһе лә һәйбәт, тыныс. Ә иҫкәртмәгән саҡта беҙҙекеләргә һаҡсыларҙы һөсләтәләр! Бындай кешеләргә муниципаль хеҙмәттә урын юҡ, тип иҫәпләйем. Ҡала хакимиәте башлығына ла уйланырға кәрәктер...” – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Мәғлүм булыуынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ мөхит” проекты әүҙемселәре Стәрлетамаҡта санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлмәгән төнгө клубты асыҡланы. Рестобар төнгө сәғәт икенән дә һуң эшләүен дауам иткән. Етмәһә, бейеү ойошторолған, ундағы кешеләр битлек кеймәгән һәм социаль арауыҡты ла күҙәтмәгән.
“Осраҡ раҫланғас, беҙ тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен саҡырҙыҡ, улар тиҙ генә килеп етте һәм оператив сара күрҙе”, – ти белдерҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ республика” проекты координаторы Антон Буфетов.
Әүҙемселәр һүҙҙәренсә, полиция килгән мәлдә бинаның электр утын һүндергәндәр һәм “ҡунаҡтарын” сығармайынса ишектәрҙе эстән бикләгәндәр. Рестобар хужаһы әүҙемселәргә янай һәм видеояҙмаға ҡамасаулап маташа. Проект етәксеһе Сергей Дудко белдереүенсә, барлыҡ тәртип боҙоусыларға протоколдар төҙөлгән, полицияға ҡаршылыҡ күрһәткәндәр ҡулға алынған.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаттары Стәрлетамаҡ ҡалаһында рестобарҙа ковидҡа ҡаршы режимды боҙғандарға ҡарата мөмкин тиклем максималь штраф һалыуҙы һәм 90 тәүлеккә бикләүҙе һорап тәртип һаҡлау һәм күҙәтеү органдарына мөрәжәғәт иткәйне. Шулай уҡ әүҙемселәр тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлаған “Хәүефһеҙ республика” проекты әүҙемселәре эшенә ҡамасаулаған шәхси һаҡ хеҙмәте предприятиеһының лицензияһын тартып алыу менән шөғөлләнергә уйлай.
Фото: "Стерлеград" мәғлүмәт сайтынан.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
Читайте нас