Башҡортостан
+24 °С
Ямғыр
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Хәүефһеҙлек
23 Декабрь 2020, 13:00
Әжәлдән саҡ ҡотолған
Башы ҡанға туҙған ир, машинанан йүгереп сығып, магазинға килеп ингән...
Мәскәүҙән күңелһеҙ хәбәр килде: Мәскәүҙең Басман районында Башҡортостан кешеһе үҙенең әшнәһе менән таксисты талаған. Был хаҡта Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк хәбәр итә.
Зыян күргән водитель хәбәр итеүенсә, ул саҡырыу буйынса Бакунин урамына килгән. Унда автомобилде ике ир көтөп торған. Машина эсенә ултырғас, был икәү водителгә һөжүм иткән һәм аҡса таптыра башлаған. Таксист албырғап ҡалмаған, ә талаусыларҙан ысҡынып, эргәләге магазинға йүгереп ингән. Был минуттарҙы сауҙа нөктәһенең видеокамералары төшөргән.
Супермаркет хеҙмәткәрҙәре “Ашығыс ярҙам” килгәнсе водителгә тәүге ярҙам күрһәткән һәм полиция саҡырған. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре талаусыларҙы ваҡиға урынынан йыраҡ түгел, бер хостел эргәһендә тотҡан. Әйтеүебеҙсә, уларҙың береһе – Башҡортостандан, икенсеһе – Мәскәү өлкәһенән.
Ирҙәрҙең береһенән травматик пистолет тартып алғандар, ул экспертизаға оҙатылған. Әле был ике әҙәм ҡулға алынған, енәйәт эше асылған.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"