Стәрлетамаҡ районының Айгөл ауылында - юл-транспорт фажиғәһе. Үҙәк урамда билдәһеҙ автомобилдәге таныш түгел водитель 60 йәшлек ирҙе тапатҡан. Алған йәрәхәттәрҙән йәйәүле урында уҡ йән биргән.
"Әле тапатҡан водителде эҙләйбеҙ. Ул ваҡиға урынынан ҡасҡан. Әгәр был аварияның шаһиттары булһа, кемдер ниндәйҙер мәғлүмәт белһә, тиҙ арала полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала", – тип хәбәр иттеләр республиканың ЮХХДИ-һынан.
Тиҙҙән Яңы йыл байрамдары етә, юлдарҙа айырыуса иғтибарлы булһаҡ ине. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Яңы йылды тик күңелле хәбәрҙәр менән башлайыҡ.