Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Хәүефһеҙлек
25 Декабрь 2020, 13:15
Ауырыу йоҡтороу мөмкинлеге арта
Башҡортостандың штаттан тыш баш эпидемиологы Азат Мөхәмәтйәнов коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың ғәҙәти булмаған ысулы хаҡында иҫкәртә.
Башҡортостандың штаттан тыш баш эпидемиологы Азат Мөхәмәтйәнов коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың ғәҙәти булмаған ысулы хаҡында иҫкәртә.
Был ысул – Яңы йыл бүләктәре. Ҡағыҙ тышлыҡта вирус 24 сәғәткә тиклем йәшәй алһа, тимер һауыттарҙа ул өс-биш көнгә тиклем һаҡланырға мөмкин.
Шуға күрә бүләктәрҙе битлектә һәм бирсәткәлә һатып алыу, шулай уҡ уларҙы кемдәндер ҡабул итеп алған хәлдә антисептиктар менән тулыһынса зарарһыҙландырыу, хатта балконға сығарып тороу зарур.
Азат Мөхәмәтйәнов байрам алдынан сауҙа үҙәктәрендә, магазиндарҙа кешеләрҙең ғәҙәттәгенән ҡарағанда ла күберәк булыуын билдәләне, бүләктәр һәм кәрәк-яраҡтар артынан иртән йәки кисен сығырға кәңәш итте.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Фото: UfaCityNews.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"