Хәүефһеҙлек
25 Декабрь 2020, 18:20

Байрамдар имен үтһен!

Ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү ғүмерҙәрҙе һаҡлаясаҡ. Ошо йәһәттән аңлатыу эштәре алып барыу маҡсатында баш ҡалала иҫкәртеү рейдтары үтә.

Алда оҙайлы ялдар көтә. Күңелле осор бәлә-ҡаза, бәхетһеҙ осраҡтар менән йәмһеҙләнмәһен, байрам кәйефе китмәһен өсөн ябай, тик мөһим ҡағиҙәләрҙе күҙ уңында тоторға кәрәк.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса күҙәтеү һәм иҫкәртеү эштәре буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре баш ҡала үҙәгендә ҡуйылған боҙ ҡаласыҡтарын тикшереп сыҡты һәи иҫкәртеү саралары үткәрҙе.
Ял итеүселәр, Ленин исемендәге майҙан буйлап йөрөгән кешеләр менән тауҙан шыуған саҡта һәм фейерверк аттырғанда үтәргә кәрәкле хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләштеләр. Шулай уҡ көнкүрештә янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһимлеге тураһында хәтерҙәренә төшөрҙөләр. Балаларға иһә янғын башланып, яндарында өлкәндәр булмаһа, үҙҙәрен нисек тоторға өйрәттеләр.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Читайте нас