Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, Баймаҡ районында теркәлгән автомобиль аварияһында ике ҡатын һәләк булған. Барыһына ла эскелек ғәйепле инде...
Ведомство мәғлүмәттәренән күренеүенсә, автомобиль юғары тиҙлектә юл ситендә торған “Урал” йөк машинаһына барып бәрелгән. Авария Ишбирҙе ауылының Салауат Юлаев урамында теркәлгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, автомобилдең 73 йәшлек водителе эскән килеш руль артына ултырған. Ваҡиға һөҙөмтәһендә 69 йәштәге пассажир һәләк булған, водитель дауаханаға оҙатылған.
Яңы йыл байрамдары алдынан юлдарҙа көсөргәнеш артыуы, кешеләрҙең ашығыуы һөҙөмтәһендә иғтибарҙы юғалтыуы билдәле. Водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә юл йөрөгәндә уяу булырға, бер-береңде хөрмәт итергә кәрәклеген тағы бер ҡат иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бәлә-ҡазалар байрам кәйефен боҙмаһын, иҫән-һау йөрөгөҙ!