Хәүефһеҙлек
25 Декабрь 2020, 15:30

“Иғтибар - балалар!”

Яңы йыл байрамдарында балаларыбыҙға ҡарата айырыуса иғтибарлы булайыҡ.

Балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүенең фажиғәле тамамланыуы бик ихтимал. Яңы йыл байрамдарында был мәсьәлә айырыуса көнүҙәккә әйләнә, сөнки, билдәле булыуынса, күп осраҡта ҡарауһыҙ ҡалалар, буш ваҡыттары күп.
Ошо хәүефте кәметеү, бөтөрөү маҡсатында дәүләт автоинспекцияһы “Иғтибар - балалар!” тигән иҫкәртеү акцияһы үткәрә. Уның барышында балаларҙы автомобилдә ташыуҙың нисек ойошторолғанына айырыуса ҙур иғтибар бирелә, улар күпләп йыйылған урындарҙа ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре постары йышыраҡ була, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса төрлө конкурстар ойошторола.
Әйтергә кәрәк, республикала балалар менән бәйле юл-транспорт ваҡиғалары һаман да күп. Мәҫәлән, 11 ай һөҙөмтәләре буйынса, республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 369 автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа 12 бала һәләк булған, 396-һы йәрәхәт алған.
Юл транспорты ваҡиғаларының яртыһында балалар пассажир булған, һигеҙенең ғүмере өҙөлгән. Бәлиғ булмаған ике йәйәүле тапалып үлгән. Ошондай хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмайыҡ, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә өйрәтәйек.
Юлдарҙа аварияларҙы, йәрәхәтләнеү осраҡтарын кәметеү маҡсатында аҙнаның ял көндәрендә ЮХХДИ инспекторҙары көсәйтелгән режимда эшләй – рейдтарға сыға. Яңы йыл байрамдарында ла улар сафта буласаҡ.
"Тормош күрһәтеүенсә, бындай иҫкәртеү сараларын уҙғарыу юлдағы торошҡа ыңғай йоғонто яһай һәм транспорт ағымында иҫерек водителдәрҙе, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, башҡа кешеләрҙе хәүеф аҫтына ҡуйғандарҙы тоторға ярҙам итә", – тип белдерҙе социаль селтәрҙә Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас