Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Декабрь 2020, 22:00

Яңы йылды ашҡынып көткән, әммә...

Ишембай ҡалаһынан 19 йәшлек егеттең яҡындары кисергән хәүеф-ғазаптың сиге юҡ...

Ишембай ҡалаһында 19 йәшлек Артур Саҙыҡов ғәйеп булған. Уны яҡындары икенсе аҙна таба алмай. Әле егетте "Отклик" эҙәрмәндәр отряды эҙләй башлаған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Артур 18 декабрҙә фатирынан сығып киткән, шул көндән алып яҡындары менән бәйләнешкә инмәгән. Аптырағас, туғандары полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән.
Егеттең билдәләре: буйы - 173 см, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара ҡыҫҡа сәсле, күҙҙәре көрән. Юғалған көндә бәйләнгән ҡара-ҡыҙыл шапка, ҡара-һары куртка, зәңгәр салбар һәм ҡара кроссовки кейгән.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, Артур өйөнөн телефонын алмай сығып киткән. Шулай уҡ уның документтары ла өйҙә ҡалған. Ҡайғыға батҡан яҡындары белдереүенсә, ул Яңы йылды ашҡынып көткән, байрамды ҡуртымға алған фатирҙа дуҫтары менән ҡаршыларға йыйынған.
Артур Саҙыҡовтың ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 89871060601 ("Отклик"), 02 (полиция) йәки 8(347)947-00-02 (Ишембай районы буйынса Эске эштәр бүлексәһе) телефондарына шылтыратып хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: "Отклик" ирекмәндәре.
Читайте нас: