Стәрлетамаҡ яғы халҡы тыныс һулап ҡуйғандыр: ошо көндәрҙә район полицейскийҙары күп тапҡырҙар урлашыуҙа шик аҫтына алынған әҙәмде тотҡан. Электән дә шундай ғәҙәте өсөн хөкөмгә тарттырылғаны булған Һамар өлкәһенән 38 йәшлек ир Стәрлетамаҡ районы биләмәһендәге 18 шәхси йортҡа төшөп, уларҙы талауҙа ғәйепләнеп ҡулға алынған. Был яманлыҡ ағымдағы йылдың сентябренән декабрь айынаса ҡылынған.
Нисек эш иткән һуң өй буры? Маршрут автобусына ултырып берәй ауылға килә, һайлаған йортоноң тәҙрә йә ишеген ҡайырып инеп, аҡса, ювелир биҙәүестәрҙе алып сыға. Урланған әйберҙәрҙе ломбардҡа һалып аҡсаға алмаштыра йә булмаһа осраҡлы кешеләргә "осороп" ебәрә. Кешеләргә күпме зыян килтерелгәндер - тулы хаҡы әле иҫәпләнмәгән.
Башҡа төбәктәрҙә лә ошондай уҡ ҡара ҡылығы өсөн ир күптән федераль эҙләүҙә торған. Өйөн тентегән мәлдә урлаған әйберҙәренең бер өлөшө тартып алынған, шулай уҡ өйҙө емергәндә ҡулланылған ҡоралдары - монтировка, балта һәм отвертка табылған.
- Әлеге ваҡытта уғрылыҡта шик аҫтына алыныусы һаҡ аҫтында. Ул шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ишембай, Ғафури һәм Ауырғазы райондары биләмәләрендә лә ошондай схема буйынса өйҙәрҙе талауҙа ғәйепләнә. Урлашыуҙың һәр осрағы буйынса енәйәт эше асылды. Тикшереү әле тамамланмаған, - тиҙәр БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.