Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2020, 11:30

“Ҡыҙыл әтәс” байрам тип тормаҫ...

Байрам байрам менән, әммә хәүефһеҙлек сараларын бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Ниндәй шыршы янмай; пиротехника менән нисек эш итергә; ут сыға ҡалһа, ҡайҙа шылтыратырға – кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Байрам байрам менән, әммә хәүефһеҙлек сараларын бер ваҡытта ла оноторға ярамай, бигерәк тә ҡышҡы һалҡын осорҙа. Күңелһеҙ хәлгә тарымайым тиһәгеҙ, иҫкәртеүҙәргә, кәңәштәргә күҙ һалыу зыян итмәҫ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: яҡшы шыршы янмай торған материалдан эшләнә. Ҡағыҙ шыршы хәтәр шәп яна. Ундайҙы алһағыҙ, электр гирляндаларынан баш тартырға тура киләсәк. Һатыусынан сифат сертификатын һорарға онотмағыҙ. Сифатһыҙ тауарҙың майшәм йәки гирлянда йылыһында организм өсөн зыянлы химик матдәләр бүлеп сығарыуы ихтимал.
Шыршыны күркәм итеп биҙәү теләгегеҙ ни тиклем көслө булһа ла, ғөмүмән, уға еңел тоҡана торған уйынсыҡ элмәгеҙ һәм ботаҡтарҙа шәм ҡабыҙмағыҙ. Балаларға ҡағыҙҙан, марлянан һәм мамыҡтан тегелгән маскарад кейемдәрендә шыршы эргәһендә уйнарға, гирляндаларҙы үҙҙәренә ҡабыҙырға рөхсәт итмәгеҙ.
Яңы йыл алдынан сауҙа нөктәләрендә фейерверк, петарда һәм бенгаль уттары кәштәләрҙә тулып ята. Уны өлкәндәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә һатып ала. Байрам мәлендә бер кем дә уларҙың сифаты менән артыҡ ҡыҙыҡһынып тормай. Һөҙөмтәһен фаразлайһы түгел: бындай хәүефле “уйынсыҡтарҙы” файҙаланған саҡта кемдер йәрәхәтләнә, икенсеһе янғынға юлыға, өсөнсөһө бәхетһеҙлеккә тарый. Хатта өлкәндәр ҙә дөрөҫ ҡулланыу кәрәклегенә иғтибар итмәй, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онота.
Мәҫәлән, пиротехника ҡабыҙғанда тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла. Ут гөлтләп ҡабыныу ихтималлығы ҙур булған биналарҙан алыҫыраҡ урында эш итергә кәрәк. Ҡабыҙырҙан алда елдең ҡайһы яҡҡа иҫеүе һәм ниндәй хәүеф тыуҙырыуы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Торлаҡ йәки төҙөлөш барған урындар эргәһендә фейерверк һәм петарда осороу ҡәтғи тыйыла.
Бенгаль уттарын, шартлаусы уйынсыҡтарҙы өйҙә һынап ҡарарға ярамай. Гирлянданың заводта эшләнгәнен һәм төҙөклөгөн тикшереп алырға кәрәк.
Нимә һатып алһағыҙ ҙа, ҡулланмаға иғтибар итегеҙ, ул мотлаҡ рус телендә булырға тейеш. Шулай уҡ легаль булған фейерверкта ГОСТ тамғаһы ҡуйыла. Пиротехника шартлатҡысҡа тиң, шуға күрә үҙенсәлектәре менән алдан танышыу шарт.
Үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла хәүефтән ҡурсалағыҙ. Һеҙҙең менән бергә өр-яңы йылға аяҡ баҫҡан туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың именлеге хаҡында онотмағыҙ.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын һүндереүселәрҙе һәм ҡотҡарысыларҙы түбәндәге телефондар аша саҡырырға мөмкин: 01 йәки 101, 112.
Фото: екатеринбург.рф
Читайте нас