Хәүефһеҙлек
27 Декабрь 2020, 14:45

Бер юлы туғыҙ машина бәрелешкән

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Насар һауа шарттарында һаҡ йөрөргә кәңәш ителһә лә, ҡайһы берәүҙәрҙең был талаптарға яуапһыҙ ҡарауына бәйле республикала авариялар теркәлә башланы ла инде.
Мәҫәлән, бөгөн көндөҙгө сәғәт икенселә Өфө – Ырымбур юлының Ауырғазы районы эргәһендәге участкаһында күпләп машиналар ҡатнашлығында авария булды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәр буйынса, туғыҙ машина бәрелешкән. Уларҙың икәүһе йөк машинаһы, ә ҡалғандары еңел автомобилдәр, ике кеше зыян күргән.
ЮХХДИ-ның Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда “ВАЗ-2112” автомбилендә 35 йәшлек Мәләүез районы кешеһе бер йүнәлештә хәрәкәт иткән “Renault Magnum” йөк автомобиленә бәрелгән. Бәрелештән һуң йөк автомобиле юл кәртәһенә бәрелә. Һуңынан “Нyundai Solaris”, “Toyota Land Cruiser”, “Skoda Rapid”, “Toyota Camry” һәм башҡа автомбилдәр бер-бер артлы килеп төкөлә. Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.
Башҡтортостан Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе юлдарҙа иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын һаҡларға, хәүефһеҙ арауыҡты һаҡларға, тәртипһеҙ хәрәкәт итеүҙән тыйылырға һәм ҡапыл тормозға баҫмаҫҡа саҡыра. Ҡар яуғанда тиҙлекте минимумға тиклем кәметеү хәйерле, сөнки хәүеф килеп тыуғанда юл-транспорт хәлен кисектереү мөмкин буласаҡ. Иң яҡшыһы – бындай көндө автомобилдә йөрөүҙән тыйылып тороу.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә һәм йәйәүлеләргә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре талаптарын тулыһынса үтәүҙе кәңәш итә – быға кешенең ғүмере һәм һаулығы бәйле.
Юлда ауыр хәлгә ҡалған водителдәр һәм башҡа ҡатнашыусылар ярҙам һорап Дәүләт инспекцияһы бүлексәләренә мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәткәрҙәр барлыҡ ярҙам күрһәтергә тырышасаҡ, кәрәк булғанда техник хеҙмәттәрҙе һәм эвакуатор саҡырыуҙа булышлыҡ итәсәк. Өфө буйынса дежур бүлеге телефоны – 8 347 237-02-02, Башҡортостан буйынса 8 347 235-84-02.
Шулай уҡ “Приуралье” юл идаралығының бойороҡ актына ярашлы, бөгөн федераль тәғәйенләнештәге Р-240 Өфө–Ырымбур юлының 60 – 112 километр арауығында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары һәм йөк автомобилдәре хәрәкәте ваҡытлыса, киске сәғәт унға тиклем, сикләнде. Әле юлда таҙарталар, махсус техника эшләй. Р-240 трассаһының 67, 94 һәм 111 километрында йылыныу пункттары булдырылған. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы күҙәтеүе аҫтында. Оператив штаб эшләй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә лә буран, боҙлауыҡ, көрт, секундына 18 метр тиҙлегендә ел булған һауа торошо һаҡланасаҡ.
Фото:БР буйынса ЮХХДИ идаралығы.
Читайте нас