Хәүефһеҙлек
27 Декабря 2020, 10:10

Ҡотҡарыусылар ҡотлауҙар ҡабул итә

"Быйыл һөнәри байрам Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 30 йыллығы һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының биш йыллығы менән тура килде"

Бөгөн – Рәсәй Ҡотҡарыусылар көнө. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ҡотҡарыусыларын, ошо изге эшкә үҙҙерен бағышлаған һөнәр эйәләрен байрамдары менән ҡотланы.
“Хөрмәтле дуҫтар!
Бар йөрәктән һеҙҙе Ҡотҡарыусылар көнө менән ҡотлайым!
Һеҙ яуаплы бурыстарҙы намыҫлы һәм һөҙөмтәле хәл итеп, йәмғиәтебеҙҙә лайыҡлы рәүештә хөрмәт яуаланығыҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда тәүгеләрҙән булып ярҙамға киләһегеҙ, тәбиғәт ғәрәсәттәрен баҫаһығыҙ, кешеләр ғүмере өсөн көрәшәһегеҙ. Дөрөҫ, ипле, тиҙ эш итәһегеҙ. Сибайҙа, “Полиэф”та һәм башҡа объекттарҙа ҡотҡарыу операцияларында шулай булды. Республика халҡын яңы коронавирус инфекцияһы таратыуҙан һаҡлауға баһалап бөткөһәҙ өлөш индерҙегеҙ. Ябай булмаған, бик мөһим хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт!
Үҙ эшенең оҫталары – ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, тау ҡотҡарыусылары, водолаздар, кинологтар, психологтар – һеҙ иң көтөлмәгән экстремаль осраҡтарҙа ауыр бурыстарҙы хәл итәһегеҙ, башҡалар өсөн күп осраҡта үҙ ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, үҙенсәлекле авария-ҡотҡарыу эштәре уҙғараһығыҙ.
Республика үҙ яғынан һеҙгә кәрәкле ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәк, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең социаль гарантиялар системаһын нығытасаҡ, һеҙгә лайыҡлы йәшәү шарттары булдырасаҡ.
Быйыл һөнәри байрам Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 30 йыллығы һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының биш йыллығы менән тура килде” – тип республика Башлығы барлыҡ ҡотҡарыусыларға һәм улырҙың ғаилә ағзаларына ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләй.
1990 йылдың 27 декабре РСФСР-ҙың Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы, илдә Рәсәй ҡотҡарыусылар корпусы барлыҡҡа килә. Тәүге етәксе итеп Сергей Шойгу тәғәйенләнә. Ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт эсендә министрлыҡтың исеме, бурыстары, хеҙмәткәрҙәр һаны үҙгәрһә лә, уның төп тәғәйенләнеше – халыҡҡа тәү ярҙам күрһәтеү, төрлө һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарыу, янғындарға ҡаршы тороу үҙгәрешһеҙ ҡалды.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан.
Читайте нас