Машиналар бәрелешкәс, икеһе лә юлдан оса һәм ауа. Ҡурҡыныс бәрелеш ҡорбандарһыҙ үтмәй. Һөҙөмтәлә фураның 56 йәшлек водителе урында һәләк була, еңел автомобилдең 37 йәшлек водителе ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Тәфтишселәр аварияның сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай. Ғәҙәттә, бының кеүек аварияларҙа ҙур зыянды еңел автомобилдәге кешеләр күрә, ә был осраҡта киреһенсә килеп сыҡҡан.
Тыштағы һауа торошон күрәһегеҙме? Буран ҡотора, юлдарҙа күренеү һәләте бик насар. Байрам алдынан күптәр юлға сыға, райондарға туғандарына юллана. Тик буранда йөрөү ғүмер һәм һаулыҡ өсөн үтә хәүәфле. Шуға күрә, кисектереп булһа, буран үткәнсе юлға сыҡмай тороу хәйерлерәк. Әгәр мотлаҡ сығырға кәрәк икән, барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк: тиҙлекте арттырмаҫҡа, хәүефһеҙ дистанцияны тоторға, кәрәге булмаһа, башҡа машиналарҙы уҙмаҫҡа. Сәйәхәткә яҡты ваҡытта сығыу кәрәк. Юлдарыбыҙ имен булһын, байрам кәйефе китмәһен!