Республикала ҡылынған һуңғы осорҙағы ҡот осҡос ваҡиғаларҙы уҡып, хайран ҡалырлыҡ... Ата кеше бер ғәйепһеҙ сабыйҙарының ғүмерен ҡыя, кемдер улына бысаҡ менән киҙәнә, әсәһе менән ҡыҙы бер-береһенә ташлана. Хатта бындай хәлдәрҙән һуң Голливуд та ял итә кеүек тойола...
Йәнә аяныслы бер ваҡиға Ҡыйғы районында теркәлгән. 37 йәшлек ир аҡса таптырып, ата-әсәһенә ташлана. Ыҙғыш ваҡытында йәш кеше 66 йәшлек атаһына бер нисә тапҡыр йоҙроҡтарын да күтәрә. Талаш аҡрынлап көсәйә төшә, хатта бер-береһенә ташланыуҙан да тартынмай улар. Пенсионер ҡарт тәүҙә тәртешкә менән улына һуға, артабан ҡулына бысаҡ алып, муйынына сәнсә.
Зыян күреүсе дауаханаға оҙатыла, ғәйепләнеүсе ҡулға алына.Үҙ балаһына бысаҡ менән ташланған 66 йәшлек атай үҙ ғәйебен таный.
Миҙал ике яҡлы була тигәндәй, был осраҡта һорау тыуа: ниңә улы һаман булһа ата-әсәһенән аҡса таптырған? Ни өсөн атай үҙ улына бысаҡ менән ташланған? Һәр хәлдә быға оҡшаш хәлдәр тормошобоҙҙа күп осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп балалар ҡартайған ата-әсәләренә ҡул күтәрҙән да тартынмай, уларҙың пенсия аҡсаһына йәшәп ятыуына ла оялмай. Балаларҙы шулай тәрбиәләгән ата-әсәләрме, әллә заман шауҡымына эйәреп, ғаилә ҡиммәттәрен һанға һуҡмаусы йәш быуын ғәйеплеме? Әлегә яуапты һәр кем үҙенсә бирә...