Көндөҙ Федоровка районында шәхси йортта сыҡҡан янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Кисен Ҡырмыҫҡалы районынан ҡурҡыныс хәбәр килде – Иҫке Шәрәй ауылының Телеграф урамында урынлашҡан бер ҡатлы ағас йортта янғын сыға.
Ҡотҡарыусылар хәүефле шылтыратыуҙы алғас та кисекмәҫтән фажиғә урынына килеп етә. 20 квадрат метр майҙанды ялмап алған ут 32 минут эсендә ауыҙлыҡлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике мәйет табыла, 1928 йылғы оло ҡатын һәм 1962 йылғы ир янып үлгән тип фаразлана. Янғын сығыу сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында тәфтиш-оператив төркөм эш башлаған.
Ҡышҡы йылытыу миҙгеле башланыу менән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, вайымһыҙлыҡ арҡаһында янғын сығыу һәм унда кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтары йышая. Көндәр һалҡынайтыу менән күптәр мейес яға һәм электр йылытҡыстарын файҙалана башлай.
Һалҡын көндә янғын хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бирегеҙ:
-бинаны йылытыу маҡсатында төҙөк электр йылытыу приборҙарын ғына тотоноғоҙ;
-электр селтәрҙәренең ҡыҙыуынан һаҡланығыҙ, бер розеткаға бер нисә энергия тотоноусыны тоташтырмағыҙ;
-төнгөлөккә ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡалдырмағыҙ, уларҙы кейем киптереү өсөн файҙаланмағыҙ;
- балаларҙың электр йылытыу әйберҙәре менән уйнауын тыйығыҙ;
-уларҙы ҡорма йәки мебелгә яҡын урынлаштырмағыҙ;
-һыуыҡ ваҡытта мейес ҡыҙмаһын өсөн көнөнә 2-3 тапҡыр 1-1,5-әр сәғәт яндырығыҙ;
-фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында янғын иҫкәрткестәр урынлаштырыу кәрәклеген онотмағыҙ.
Фото Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса идаралығынан.