27 декабрь юлсылар, ҡотҡарыусылар һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре өсөн айырыуса ауырға тура килде. Ҡапыл килгән ҡар ғәрәсәтенән юлдарҙа авария һаны ҡырҡа артты. Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндә 11 юл хәрәкәте хәл-ваҡиғаһы теркәлгән, дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, 19-ы дауаханаға эләккән.
Өфө районының Әсән – Солтанай юлында 28 йәшлек егет “ВАЗ-21124” автомобилендә китеп барғанда идараны юғалтып, ағасҡа бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә Кушнаренко районынан булған водитель һәм уның пассажиры һәләк була.
Кис Өфө – Ырымбур автомобиль юлының Мәләүез районындағы биләмәһендә “Chevrolet Aveo” менән “Skoda Roomster” автомобилдәре ҡатнашлығында теркәлгән авария фажиғәле тамамлана. Тәүге машина водителе - Күгәрсен районынан 26 йәшлек егет вафат була, ә уның 24 йәшлек пассажиры дауаханаға эләгә. Мәрхүм водитель быға тиклем ике тапҡыр руль артына эсеп ултырып тотолған булған. “Skoda Roomster” автомобилендәге Мәләүез районынан 66 йәшлек водитель дауаханаға эләгә.
Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлының 247-се километрында фажиғәле авария теркәлде. Абҙаҡ ауылы станцияһында 38 йәшлек ир “ВАЗ-2115” автомобилендә ҡаршы килгән “Renault Symbol” маркалы машина менән бәрелешә. “ВАЗ-2115” автомобиле водителе “Ашығыс ярҙам” машинаһы килгәнсе йән бирә. Мәғлүм булыуынса, уның водитель танытмаһы булмаған. Сит ил машинаһындағы 33 йәшлек водитель, 35 йәшлек ике ҡатын һәм өс йәшлек ҡыҙ дауаханаға оҙатыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуапһыҙлыҡ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу һәм тормошҡа еңел ҡараған водителдәр арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмере өҙөлә. 27 декабрҙә теркәлгән аварияларҙың ике осрағында ла водителдәрҙең автомобиль менән идара итеүгә хоҡуғы булмаған. Республиканың ЮХХДИ идаралығы ошо йүнәлештә ныҡлы эш алып барһа ла, ял көндәрендә рейдтар ойошторһа ла, күптәр һаман һабаҡ алмай.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 27 декабрҙәге көслө ҡар, буранға бәйле индерелгән сикләүҙәр алынды. Шулай ҙа тынысланырға ярамай, ә Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға – юлдарҙа иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын һәм хәүефһеҙ арауыҡты һаҡларға, тәртипһеҙ хәрәкәт итеүҙән тыйылырға, ҡапыл тормозға баҫмаҫҡа кәрәк. Ҡар яуғанда тиҙлекте минимумға тиклем кәметеү хәйерле, сөнки хәүеф килеп тыуғанда юл-транспорт хәлен кисектереү мөмкин. Иң яҡшыһы – бындай көндә автомобилдә йөрөүҙән тыйылып тороу. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә һәм йәйәүлеләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре талаптарын тулыһынса үтәргә кәңәш итә – быға кешенең ғүмере һәм һаулығы бәйле.
Көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуғанда Берҙәм телефонға – 112 – шылтыратығыҙ, шулай уҡ республиканың Юл идаралығы хужалығы телефоны эшләй – 8-927-955-11-00.
Юлдарығыҙ хәйерле, имен булһын!