Хәүефһеҙлек
29 Декабрь 2020, 13:00

Ирҙәргә ни етмәгән?..

Кафе хужаһы дауаханала. Яңы йыл алдынан бына шундай бәхетһеҙлек.

Туймазы ҡалаһында ныҡ туҡмалған кафе хужаһын тапҡандар. Ашығыс ярҙам бригадаһы ирҙе үҙәк район дауаханаһына илткән. Асыҡланыуынса, уның башы ҡаты яраланған, баш мейеһенә зыян килгән, аҫҡы яңаҡ һөйәге һынған. Яңы йыл алдынан бына шундай бәхетһеҙлек.
Полиция хеҙмәткәрҙәре директорға һөжүм иткән 36 йәшлек иҫерек ирҙе ҡулға алған. Ул ғәйебен таныған. Баҡһаң, уның да башы ҡаты яраланған, медицина ярҙамына мохтаж булған. Кеҫәһендәге травматик пистолет тартып алынған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡларға тырыша.
Эскелектең йүнлегә килтермәүе билдәле инде. Айыҡ баш менән эш иткәндә бындай күңелһеҙ хәлгә тарылмаҫ та ине.
Фото:Mayak-74.ru
Читайте нас