Хәүефһеҙлек
29 Декабря 2020, 18:30

Йәйәүле юлда күренһен өсөн...

11 айҙа 910 кешене автомобиль бәрҙергән. Шуларҙың 112-һе ваҡиға урынында һәләк булған, 837-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған.

ЮХХДИ хеҙмәте республика юлдарына рейдтар менән сыҡты. Ҡағиҙәләрҙе рулдәгеләр ҙә, йәйәүлеләр ҙә йыш боҙа. Ҡараңғы төшһә, ярамаған ерҙән үткән кеше бөтөнләй күренмәй. Шуға ла инспекторҙар йәйәүлеләргә яҡтыртыу билдәләре тарата башланы.
Тәүге рейдтарҙың береһе Өфө ҡалаһының Беренсе Май урамында үтте. Автоинспекторҙар юл ҡағиҙәһен боҙған йәйәүлеләрҙе туҡтатып, иҫкәртеү саралары үткәрҙе.
Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов белдереүенсә, йәйәүлеләрҙең юлда иғтибарһыҙлығы баш ҡала өсөн генә хас күренеш түгел. Был проблема барлыҡ ҡала һәм райондарҙа көнүҙәк.
"Йәйәүлеләрҙең юлда үҙен тотоу мәҙәниәтен балалар баҡсаһынан тәрбиәләргә кәрәк. Был эш менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Төрлө ҡыҙыҡлы, иҫтә ҡалырлыҡ дәрестәр үткәрәбеҙ, унан мәктәптәрҙә лә юл хәүефһеҙлегенә иғтибар көслө. Әммә юлсылар һаман ҡазалана һәм ҡағиҙәләрҙе боҙоу дауам итә", - тип билдәләй Динар Ғилметдинов.
ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, республикала көн һайын йөҙҙән ашыу кеше юлды рөхсәт ителмәгән урындан сыҡҡан өсөн штраф түләй. Был ҡағиҙәне боҙған осраҡта, 500 һум штраф түләргә кәрәк. Башҡортостанда һуңғы 11 айҙа 910 кешене автомобиль бәрҙергән. Шуларҙың 112-һе ваҡиға урынында һәләк булған, 837-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған.
ЮХХД хеҙмәткәрҙәре республика халҡын оҙайлы ял көндәрендә юлдарҙа иғтибарлы булырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмаҫҡа саҡыра.
фото: bashinform.ru
Читайте нас