Бөгөн төндә Тәтешле районы Аҡсәйет ауылында тағы ла бер фажиғә теркәлде – янғында 54 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлдө. Утты һүндереүҙә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, урындағы ауыл биләмәләрендәге ирекле янғын һүндереүселәр һәм башҡа хеҙмәттәр ҡатнаша.
“Килгән саҡта ағас йорт яна ине. Янғынды һүндерҙек. 48 квадрат метр майҙанлы йорт зыян күрҙе. Янған өйҙө һүткән саҡта 54 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылды”, – тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан. Әле янғындың сәбәбен һәм дөйөм хәлде асыҡлау буйынса эш алып барыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 30 декабргә ҡарата республикала 11421 янғын теркәлгән, уларҙа 282 кеше ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән 13 бала һәләк булған, бөтәһе 252 кеше тән йәрәхәттәре алған.
Иң күп янғындар декабрҙә теркәлгән. Мәҫәлән, декабрҙең 28 көнөндә генә республикала 645 осраҡ булған һәм уларҙа 62 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был һандар бөтәбеҙ ҙә һаҡланған, ҡурҡҡан ковид инфекцияһынан һәләк булғандарға ҡарағанда ла күп.
Ысынлап та, ҡот осҡос һандар һәм улар артында торған кеше ҡорбандары. Бер кемдең дә янып үлгеһе һәм ғүмер буйы бөртөкләп йыйған мөлкәтенән ярты сәғәт эсендә тороп ҡалғыһы килмәй. Шулай булғас, әйҙәгеҙ уялыҡты юғалтмайыҡ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек. Бының өсөн бары мейес, газ һәм электр ҡорамалдарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтергә кәрәк. Шулай уҡ балаларҙы ла иҫкәртергә һәм уларға ут менән шаярыуҙың эҙемтәләре насар булыуын аңлатыу мөһим.
Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре:
тәмәке тартҡанда һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында, күп осраҡта эскән кеше тәмәке төпсөгөн һүндермәй; электр сымдарының төҙөк булмауы; төҙөк булмаған, ҡулдан эшләнгән һәм ҡарауһыҙ ҡалдырылған электр ҡорамалдарының тоҡанып китеүе арҡаһында; мейес һәм каминдарҙы файҙаланыуҙағы һаҡһыҙлыҡ. Күреүебеҙсә, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, ҙур бәләнән ҡотолорға мөмкин. Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулда. Алдағы Яңы йыл байрамдары ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғаларһыҙ үтһен, тип теләйбеҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.