30 декабрь кис Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Туймазы ҡалаһының Мичурин урамындағы күп фатирлы йортта янғын башланғаны тураһында хәбәр итәләр.
Эшкә 25 кеше һәм алты махсус техника йәлеп ителә. Янғын һүндереүселәр килгәндә йорттоң икенсе ҡатында фатир янған була. 01.27 сәғәткә утты һүндереүгә өлгәшәләр.
“Янғын урынында 1961 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылды. Шулай уҡ төтөндән 1980 йылғы ҡатын ағыуланған. Ул дауаханаға оҙатылды. Бинанан 72 кеше эвакуацияланды, уларҙың һигеҙе - балалар: 43 кеше янғын һүндереүселәр килгәнсе үҙаллы сыҡһа, ҡалған 29-ына, шул иҫәптән ике балаға ҡотҡарыусылар ярҙам итте”, – тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.
Йортта йәшәгәндәр Туймазы ҡалаһындағы “Башҡортостан” ҡунаҡханаһына ваҡытлыса урынлаштырылған: унда 40 кеше барған, бишеһе - бала. Ҡалғандар - туғандарында.
Мәғлүм булыуынса, 12 квадрат метрлыҡ бер бүлмә зыян күргән, күрше бүлмәләр һәм дөйөм коридор төтөн менән ыҫланған, электр селтәре, һыуыҡ һәм эҫе һыу өсөн тәғәйенләнгән полипропилен торбалар зыян күргән. Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Бөгөн иһә Белорет районы Боғанаҡ ауылының Тимер юл урамында ағас йорт, лапаҫ, мунса, һарай, йәйге бәләкәй өй яна. Утты һүндергән ваҡытта 1938 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.
"31 декабргә ҡарата республикала 11440 янғын теркәлде, уларҙа 281 кешенең ғүмере өҙөлдө, араларынан 64-е декабрҙә һәләк булды. Һандар борсолоу тыуҙыра. Алда Яңы йыл, байрам ялдары. Хөрмәтле граждандар, көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ. Янғын сығыу өсөн өс әйбер етә: ут сығанағы, тоҡаныусы әйберҙәр һәм һауа. Шуларҙың береһе генә булмаһа ла, ут тоҡанмаясаҡ.
Мейес, газ һәм электр ҡорамалдарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, ут менән һаҡһыҙ ҡулланыуға юл ҡуймағыҙ. Түшәктә ятып тәмәке тартмағыҙ, бигерәк тә эскән ваҡытта. Күп осраҡта был фажиғәле эҙемтәләргә килтергән янғынға сәбәпсе була", – тип белдерҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алик Шәрәфетдинов.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.