Республикала янғындар һанын кәметеүгә булышлыҡ итеү, иҫкәртеү маҡсатында рейдтар үткәрелә.
Ошондай сара бөгөн баш ҡаланың Дим биҫтәһендә уҙҙы, инспекторҙар Ауырғазы урамындағы “Восход” баҡсасылар ширҡәтендәге йорттарҙа булды.
Иҫкәртеү төркөмөндә Өфө ҡалаһы буйынса күҙәтеү һәм иҫкәртеү эштәре бүлеге инпекторҙары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының 6-сы янғын-ҡотҡарыу часы составы, шулай уҡ Өфө ҡалаһы Янғын һағы идаралығының янғындарҙы иҫкәртеү бүлеге инженерҙары, Граждандарҙы яҡлау идаралығы эшселәре ҡатнаша.
Рейдта ҡатнашыусылар электр ҡорамалдарын, йылытыу системаларын, мунса һәм йорт мейестәрен ҡулланыуҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә иғтибар бирҙе, тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙлыҡтың ниндәй эҙемтәләргә килтереүе хаҡында аңлатыу эше уҙғарҙы.
Хеҙмәткәрҙәр балалары булған ғаиләләргә янғын хәүефһеҙлеген йәштән өйрәтергә кәрәклеген иҫкәртте. Был осраҡта иң яҡшыһы – ата-әсәләрҙең уны үҙ миҫалында күрһәтеүе.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.