Хәүефһеҙлек
2 Ғинуар 2021, 17:30

Ике ир һәм бер ҡатын һәләк булды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 ғинуарҙан 2-һенә ҡарай төндә...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 ғинуарҙан 2-һенә ҡарай төндә өс янғын сығып, уларҙа ике ир һәм бер ҡатын һәләк булған.


Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында төндә 1.18 минутта ҡотҡарыусыларға янғын сығыуы тураһындағы хәбәр килә. Уны 3.30-ҙа - ике сәғәтттән һуң һүндереүгә өлгәшелә. Көл-күмер араһында 48 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла...
Икенсеһе Өфөнөң Интернационал урамында иртән 8.14-тә башлана. Был юлы бәләкәй металл вагондың яныуы асыҡлана. Утты 20 минут эсендә һүндерәләр-һүндереүен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында ла ҡорбанһыҙ булмай - 62 йәшлек ҡатын янып үлә.
Шулай уҡ Белорет районы Инйәр ҡасабаһында көндөҙ бер ҡатлы ағас йортта янғын сығып, 61 йәшлек ир һәләк була.
Әлеге янғындарҙың сығыу сәбәптәре асыҡланмаған, шулай ҙа фажиғәнең күпселегенең нигеҙендә кешеләрҙең һаҡһыҙлығы, иғтибарһыҙлығы, йылытыу ҡорамалдарының тәртиптә булмауы, янғын иҫкәрткесе ҡулайламаһының юҡлығы ятҡанлығы хәҙер берәүгә лә сер түгел. Яңы йыл байрамдары бәлә-ҡазаһыҙ үтһен тиһәк, барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәү, ут менән һаҡ булыу тураһында бер минутҡа ла онотмау мөһим. Имен, тыныс, күңелле ялдар бөтәгеҙгә лә!

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Читайте нас