Хәүефһеҙлек
2 Ғинуар 2021, 16:00

Туймазынан - аяныслы хәбәр...

Аҙыҡ-түлек магазины янында бер ҡыҙға бысаҡ менән сәнскәндәр. Асыҡланыуынса...

Яңы йылдың тәүге көнөндә Туймазынан аяныслы хәбәр килде: ҡаланың Чехов урамында урынлашҡан кибет эргәһендә бер ҡыҙға һөжүм итеп, бысаҡ менән сәнскәндәр.
Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, яраланған ҡыҙға 25-30 йәш самаһы.
Ваҡиға көндөҙ, төш ваҡытында булған. Шаһиттар ҡыҙҙың иҫән булыуын белдерә, уны “Ашығыс ярҙам” менән Туймазы үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатҡандар.
Аҙыҡ-түлек магазины янында нимә булған, кем ҡыҙға нимә өсөн бысаҡ менән һөжүм иткән – хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре асыҡлай.
Фото: vk.com
Читайте нас