Республикала Яңы йыл байрамдары дауам итә. Ә бына ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ. Улар көнө-төнө республика юлдарында эшләй һәм хәрәкәттең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ҡатнаша.
Байрам көндәрендә төп проблеманың нимәнән ғибәрәт булыуы аңлашыла – иҫерек водителдәр. Уларҙы тотоу өсөн рейдтар көн һайын ойошторола. Бөгөн төндә ошондай тикшереүгә журналистар ҙа сыҡҡан.
Яңы йылдың тәүге көндәрендә генә 200-ҙән ашыу иҫерек кеше ҡулға алынған. Төнгө рейдта тәүге кеше Өфөлә, Октябрь проспектында ҡулға алына. Туҡтатылған иҫерек - 32 йәшлек ир тәүҙә ғәйебен танымай. Аҙаҡ ҡысҡырына башлай. Тик алкотестер һөҙөмтәләрен күргәс кенә тынып ҡалып, яҙмышына күнә: уға кәмендә йыл ярым йәйәү йәки такси менән йөрөргә тура киләсәк.
Такси тигәндән, ҡулға алынған водителдәр араһында таксистарҙың да булыуы әсендерә. Шундай иҫеректе үткән төндә Иглинда тоталар. 26 йәшлек водитель төрлөсә аҡланып маташа. Тик хәүефһеҙлек тураһында, үҙенең үлтереүсе булыу ихтималлығы хаҡында уйлап та бирмәй. Әйткәндәй, яңы ғына уның кеүек иҫерек таксист үҫмер ҡыҙҙың ғүмерен өҙөп, һигеҙ йылға төрмәгә ултырғайны.
Иҫерек водителдәр араһында ҡатын-ҡыҙҙың да булыуы хайран ҡалдыра. Шундайҙарҙың береһе Краснокама районында тотолған. Тәүҙә “эсмәнем” тип инспекторҙы алдап маташһа ла, ҡорамалды алдап булмай шул. Гүзәл зат вәкиле лә йәйәү йөрөп торасаҡ...
Әле ЮХХДИ инспекторҙары көсәйтелгән тәртиптә эшләй.
"Республиканың дәүләт автоинспекцияһы битараф булмаған бар кешеләргә мөрәжәғәт итеп, иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткәндәрҙе асыҡлауҙа ярҙам һорай. Әгәр юлда эскән водитель күрһәгеҙ, яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ", – ти ЮХДДИ-ның пропаганда инспекторы Илдар Сафин.
Иҫерек водителдәрҙең машиналарын эвакуатор менән штраф туҡталҡаһына алып китәләр. Ә ҡулға алынғандар судҡа барырға тейеш. Уларға 30 мең һум штраф һалынасаҡ, ике йылға водитель таныҡлығын аласаҡтар. Ә бит иҫерек килеш транспортҡа ултырып сығып китеүҙәренең ҡурҡынысыраҡ та тамамланыуы ихтимал: йә берәйһен, йә үҙҙәрен үлтереү хәүефе һәр иҫереккә янай. Ярар, әле әйтелгәндәр алдан тотолған...
Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һәм башҡа кешеләрҙе хәүефкә дусар итмәгеҙ. Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ!