Хәүефһеҙлек
3 Ғинуар 2021, 10:25

Өс бала имгәнгән...

Бәхетһеҙ осраҡтарҙың икәүһе - райондарҙа, береһе ҡалала теркәлде.

Уҡыусылар ҡышҡы каникулда рәхәтләнеп тау шыуа, хоккей уйнай, саңғыла йөрөй. Һәр ата-әсә балаһының сәләмәтлеге өсөн саф һауаның ни тиклем мөһим булыуын яҡшы аңлай, уларҙың теләктәренә ҡаршы килмәй. Әммә тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән ҡағиҙәләрҙе өйрәтмәгән йәки күп осраҡта инҡар иткән ата-әсә эргәлә бәлә-ҡазаның да һағалап тороуын онотмаһын ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, каникулдар башланыу менән республикала тау шыуғанда өс бәхетһеҙ осраҡ теркәлеп тә өлгөргән. Салауат районының Мөрсәлим ауылында - туғыҙ йәшлек ҡыҙ, Бүздәктең Ҡаңны-Төркәй ауылында алты йәшлек ҡыҙ йәрәхәтләнһә, Өфө ҡалаһында өс йәшлек малай зыян күргән.
Ҡышҡы каникулдар күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн ата-әсәгә балаларына түбәндәге ҡағиҙәләрҙе өйрәтеү, уларҙан шуны теүәл үтәүҙе талап итеү мөһим.
* тауҙан йәки һырғалаҡтан бер ваҡытта ла йөҙтүбән ятып, йәки арт менән тороп аяғөҫтө шыумағыҙ;
* шыуып төшкәс, шунда уҡ ситкә шылығыҙ - арттан килгән кеше төкөп китмәһен өсөн;
* боҙло юлды ҡыйып йүгермәгеҙ, тауҙан шыуып килеүсе һеҙҙе бәреп китеүе ихтимал;
* тау шыуғанда ла дистанция һаҡлау мөһим: алдан шыуып киткән баланы бер аҙ көтөп, унан һуң ғына ҡуҙғалығыҙ.
Ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа ябай ғына ҡағиҙәләрҙе күҙәтһә, ялығыҙ күңелле үтер, бәлә-ҡаза булмаҫ. Йәнә шуны иҫкәртәбеҙ: рөхсәт ителмәгән урындарҙан шыуырға рөхсәт итмәгеҙ.
Фото: museumlbt.yanao.ru
Читайте нас