Ауылда йәшәгән берәү үҙенең иҫке УАЗ машинаһын тау үрендә ҡалдырып киткән. Бер аҙ ваҡыттан техника түбәнгә төшә башлаған. Быны күреп ҡалып, вахтанан ҡайтҡан ир туҡтатырға теләгән. Һөҙөмтәлә ул машина менән ағас араһына ҡыҫылған. 37 йәшлек ирҙең ғүмере, аҡ халатлылар килеп еткәнсе, ваҡиға урынында өҙөлгән.