Башҡортостанда 20 йәшлек Азат Әминевте эҙләйҙәр. 15 октябрҙән бирле унан бер ниндәй ҙә хәбәр булмауы тураһында "Лиза-Алерт" эҙләү отряды ирекмәндәре хәбәр итә.
Азаттың бер туғаны һөйләүенсә, улар һуңғы тапҡыр 15 октябрҙә 110с маршрут автобусында күрешкән. Туғанының хәле, эштәре тураһында ҡыҙыҡһынғас, Азат йылмайып "Борсолма, барыһы ла яҡшы" тип яуаплаған. "Булгаковта сығырға тейешле кеше ни өсөндөр Искинда төшөп ҡалған", тип өҫтәгән туғаны.
Егеттең нәҡ һеҙ йәшәгән ҡалала йә районда булыуы мөмкин. Билдәләренә иғтибар итегеҙ: буйы - 180 см, уртаса кәүҙәле, сәсе асыҡ һоро, күҙҙәре һоро. Өҫтөнә ҡара куртка, ҡара һоро кофта, ҡара джинсы кейгән, аяғында - ҡара-йәшел кроссовка.
Күреүселәр булһа, ирекмәндәргә (88007005452) йә ҡотҡарыу хеҙмәтенә (112) хәбәр итеүегеҙ һорала.