Хәүефһеҙлек
7 Ғинуар 2021, 15:30

"Полицейский Ҡыш бабай" килде

Был сара ниндәй маҡсатта үткәрелде? Балалар уны нисек ҡабул итте?

Өфө ҡалаһының дәүләт автоинспекторҙары “Полицейский Ҡыш бабай” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Тәртип һаҡсылары Салауат Юлаев исемендәге майҙандағы боҙ ҡаласығына килгән балалар өсөн сара ойошторҙо.
Ҡыштың төп тылсымсыһы ролендә иҫкәртеү буйынса бүлек инспекторы сығыш яһаны. Ул бәләкәй йәйәүлеләр һәм уларҙың ата-әсәһе менән аралашты. Ҡыш бабайҙы күргән балалар бик ҡыуанды, уға Яңы йыл тураһында шиғырҙар һөйләне. Ҡыш бабай иһә йәш йәйәүлеләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәһе һәм ҡышҡы юлда үҙеңде тотоуға ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Балаларға уға ихлас яуап ҡайтарҙы һәм бүләккә брелоктар алып ҡыуанды.
Һорауҙар балаларға ҡала урамдары буйлап йөрөү һәм үткәүелдәр аша үтеү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөүгә булышлыҡ итте. Ҡышҡы каникул ваҡытында улар ваҡытын урамда үткәрә, шуға ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкәртеп торорға кәрәк.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра.
  • Насар һауа торошо ваҡытында, айырыуса ҡар яуғанда, водитель автомобиль менән ауыр идара итә һәм һеҙҙе осраҡлы бәрҙереүе ихтимал.
  • Юл аша сыҡҡанда ян-яғыңа ҡарау мөһим, көтөлмәгән һәм киҫкен хәрәкәттәр эшләмәгеҙ.
  • Һеҙҙе үткәрергә бер нисә машина туҡталһа ла, улар артынан етеҙ тиҙлектә хәрәкәт иткән автомобиль булыуы ихтимал.
  • Һеҙҙең урам аша законлы сығыу урынығыҙ – йәйәүлеләр үткәүеле.
  • Пассажир транспортын көткән саҡта юлға сыҡмағыҙ.
  • Болотло, ямғырлы көндә юлда күренеп торорға кәрәк, яҡтылыҡты сағылдырған элементтар булған кейем кейеү мотлаҡ.
  • Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: юлдарҙа балалар өсөн хәүефте кәметеү, бөтөрөү маҡсатында дәүләт автоинспекцияһы “Иғтибар - балалар!” тигән иҫкәртеү акцияһы үткәрә. Уның барышында балаларҙы автомобилдә ташыуҙың нисек ойошторолғанына айырыуса ҙур иғтибар бирелә, улар күпләп йыйылған урындарҙа ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре постары йышыраҡ була, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса төрлө конкурстар ойошторола.
    Фото: ЮХХДИ.
    Читайте нас