Республикала янғынға ҡаршы етди саралар күрелһә лә, “ҡыҙыл әтәс”те тулыһынса ауыҙлыҡлауға өлгәшеп булмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 7 ғинуарҙан 8 ғинуарға ҡарата республикала 11 техноген янғын теркәлгән. Бәхеткә күрә, уларҙа кеше ғүмеренә һәм һаулығына зыян килмәгән, шулай ҙа тағы малдар ҡазаланған.
Кисә 23.45 сәғәттә ҡотҡарыусыларға Йылайыр районының Бәләкәй Юлдыбай ауылында янғын сыҡҡаны тураһында мәғлүмәт килә. Унда 5х8 үлсәмле йорт зыян күргән.
Ведомствоға бөгөн иртәнсәк шундай мәғлүмәт килә: төнгө сәғәт икелә Ишембай районының Осиповка ауылында 15х10 үлсәмле һарай янған. Унда 30 тонна бесән булған. Янғында өс баш эре мал яна, ҡалған 30-ын сығарып өлгөрәләр. Утты һүндереүҙә Скворчиха, Байғужа, Верхотор ауылдарынан ирекле янғын командалары ҡатнаша.
Сираттағы янғын бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районының Кантюковка ауылында теркәлә. Унда 4х3 үлсәмле мунса зыян күрә. Ошондай уҡ осраҡ иртәнсәк Әлшәй районының Аксенов ауылында була – 4х8 үлсәмле мунса яна. Ә Дәүләкән ҡалаһы Хоҙайбирҙе урамында 6х14 үлсәмле йорт яна, был хәл төндә була. Шулай уҡ төндә Мәләүез районы Сергеевка ауылында Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында 3х6 үлсәмле тимер вагон уттан зыян күрә. Өфөлә сүп-сар контейнерҙары яныу буйынса дүрт осраҡ теркәлә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сүп-сар һауыттары, контейнерҙары янмаһын өсөн унда янған һәм яңы ғына һүндерелгән тәмәкене, шырпыны, файҙаланылған газ тоҡандырғысты, уларҙың баллондарын, шарлау хәүефе тыуҙырған әйберҙәрҙе ташламауҙы һорай. Ут менән һаҡ эш итегеҙ! Янғын сыҡҡанда 01 йәки 112 телефондарына шылтыратығыҙ!
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.