Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2021, 10:00

Егеттән бер хәбәр ҙә юҡ...

Уның ҡайҙа икәнлеген белгән йәки күргән кешеләр булһа, зинһар, полицияға шылтыратығыҙ. Рәсүлде өйҙә ут йотоп көтәләр!

Башҡортостанда Салауат ҡалаһында йәшәгән 31 йәшлек Рәсүл Асатуллаевты эҙләйҙәр. ”КП-Уфа” хәбәр итеүенсә, егеттең туғандары уның ҡайтыуын көтөп ала алмағас, аптырап полицияға мөрәжәғәт иткән.
Әйтеүҙәренсә, Рәсүл 27 декабрҙә Салауат ҡалаһынан баш ҡалаға эшкә тип киткән. Тик өйөнә әйләнеп ҡайтмаған, телефоны ла һүндерелгән. Ирҙең элек тә юғалып тороуы билдәле. Яҡындары уның ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Уның ҡайҙа икәнлеген белгән йәки күргән кешеләр булһа, полицияға шылтыратығыҙ. Рәсүлде өйҙә ут йотоп көтәләр!
Фото: КП-Уфа
Читайте нас