Хәүефһеҙлек
10 Ғинуар 2021, 17:00

Иртәгә тығынға эләкмәҫ өсөн...

Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендә дежурлыҡ ойошторола.

Өфөлә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди юлдарын тоташтырған үткәргесте төҙөкләндереү башланыуға бәйле автотранспорт хәрәкәте схемаһына үҙгәрештәр индерелде.
Хәҙер реконструкцияланған объектты урап үтергә тура килә. Бөгөн айырсаның өлөшөнөң яртыһы тест режимында ябылған. Транспорт хәрәкәтен көйләү маҡсатында был участкала ваҡытлыса свтофорҙар урынлаштырылған. Беренсе тест көнө һөҙөмтәһе буйынса, улар, хәрәкәт графигына ярашлы, оптималь эш режимына көйләнгән. Реконстукция эше башланғандан бирле әлегә автотранспорт хәрәкәтендә уңайһыҙлыҡтар булмаған.
Яңы йыл ялдары аҙағына етте, иртәгә эш башлана. Ошоға бәйле ҡалала транспорт ағымы артыуы көтөлә. Шуға ла ҡала хеҙмәттәре Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫешкән урында хәрәкәттә көсөргәнеш тыуыуы ихтимал булыуын иҫкәртә.
Иртәгә – 11 ғинуарҙа – был урам-юл селтәрендә “Уфагорсвет” предприятиеһы белгестәре дежур итәсәк. Улар, юлда килеп тыуған хәлдән сығып, светофорҙың эш режимын көйләп торасаҡ. Бынан тыш, юл-транспорт ваҡиғаһы килеп тыуғанда тиҙ сара күреү маҡсатында, был участкала ЮХХДИ экипажы дежурлығы ойошторола.
Ҡала хеҙмәттәре автомобиль хужаларынан алдан альтернатив урап үтеү юлын хәстәрләүҙәрен, тиҙлек режимын күҙәтеүҙе, көтөлмәгән хәрәкәттәр эшләүҙән тыйылыуҙы һорай.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтында ҡала халҡы, ҡунаҡтар өсөн махсус бүлек булдырылған, унда Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешенә ҡағылышлы бөтә көнүҙәк мәғлүмәт, схемалар, урап үтеү варианттары, килеп тыуған һорауҙар буйынса аңлатмалар тупланған.
Бынан тыш, был транспорт айырсаһында “Уфанет”тың тышҡы күҙәтеү камералары урынлаштырылған, ул автомобиль хужаларына, ҡала халҡына, ҡунаҡтарға юлдағы хәл менән танышырға, хәрәкәт маршрутын төҙөргә ярҙам итә.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас