Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кисә республикабыҙҙа бик ҙур фажиғә теркәлде. Автомобиль аварияһы арҡаһында ике бәләкәй баланың ғүмере өҙөлдө, күп балалы әсә һәләк булды. Бөгөн был күптәрҙе тетрәндергән аварияға бер ни тиклем аныҡлыҡтар индерергә булдыҡ.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса Өфө – Ырымбур трассаһында, Күмертау ҡалаһы янында Mitsubishi менән Hyundai машиналары бәрелеште. Асыҡланыуынса, ике автомобилдә лә балалары менән ғаиләләр китеп барған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Mitsubishi водителе алда барған машинаны уҙып китергә булған, тик юлдың тайғаҡ булыуы арҡаһында идараны юғалтҡан. Уны ҡаршы һыҙатҡа килтереп сығарған һәм бында ул икенсе машинаға бәрелгән.
“КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүе буйынса, Mitsubishi Lancer автомобилендә Иҫәнғол ауылында йәшәгән ғаилә Иншар менән Илүзә китеп барған. Артта уларҙың өс бәләкәй малайы ултырған, уларҙың иң бәләкәйенә яңы ғына өс йәш тулған.
Төп бәрелеш алда ултырған пассажир яғына тура килә. Бында күп балалы әсәй, 33 йәшлек Илүсә ултырған. Ҡатындың йәрәхәттәре үтә ауыр була, ул шунда уҡ, табиптар килеп еткәнсе, һәләк була. Малайҙары иһә шулай уҡ төрлө йәрәхәттәр ала, күп кенә урындары һына. Уларҙың хәүефһеҙлек ҡайышы менән ныҡлы итеп эләктерелеп ултырыуы ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала. Әле балалар Мәләүез үҙәк район дауаханаһында.
Ә ғаилә башлығы йәрәхәтләнмәгән. Әлеге ваҡытта ул ҙур ҡайғыһынан нимә эшләргә лә белмәй. Бер бәрелеш менән ул яратҡан ҡатынын юғалтты һәм икенсе машинала һәләк булған балалар ҙа уға тынғы бирмәй.
– Миңә бының менән артабан нисек йәшәргә? – тип кенә әйтә алған 30 йәшлек ир.
Илүсәнең яҡындары был фажиғәгә әле һаман ышана алмай. Бөтәһе лә уны изге күңелле, һәйбәт кеше булараҡ хәтерләй. Ул ирен һәм балаларын яратҡан һәм улар өсөн йәшәгән.
Балаларын юғалтҡан икенсе ғаилә тураһында әлегә аныҡлыҡтар юҡ. Улар менән әлеге ваҡытта психологтар эшләй.
Ғаиләләрҙең ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Ә башҡаларҙы тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: юлда үтә һаҡ булырға кәрәк. Айырыуса әлеге насар һауа шарттарында. Тиҙлекте арттырмағыҙ, дистанция һаҡлағыҙ, ҡыумағыҙ. Бөтәбеҙҙе лә өйҙә яҡындарыбыҙ көтә!