М5 “Урал” Мәскәү – Рязань – Пенза – Һамар – Өфө – Силәбе федераль трассаһында ҙур йөк машиналары өсөн 10 ғинуарҙың 11 сәғәтенән ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде. Сикләү сараһы насар һауа шарттарына бәйле: республикала ныҡ итеп ҡар яуа һәм буран. Был турала “Көньяҡ Урал” Юлдар идаралығы хәбәр итә.
Хәрәкәтте сикләү юлдың 1548+651 километрынан алып (Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сиге) менән 1799+000 километрына тиклем (Сыбаркүлгә боролған урын) участкаһында ғәмәлдә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йөк машиналары өсөн сикләү 10 ғинуарҙың 24 сәғәтенә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Тик әгәр һауа торошо рәтләнмәһә, уны артабан да дауам иттереүҙәре ихтимал.
Оҙайлы юлға сыҡҡан кешеләрҙе иҫкәртәбеҙ: тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефһеҙ дистанция һаҡлағыҙ. Буран шарттары юлда күренеү һәләтен ныҡлы кәметә, шуға күрә башҡа машиналарҙы ҡыуып үтеү кеүек маневрҙар яһамағыҙ.