Хәүефһеҙлек
11 Ғинуар 2021, 17:30

Балалар билетһыҙмы? Төшөрөп ҡалдырмағыҙ!

"Бындай осраҡтар булды. Уларҙың ҙур бәләгә килтереүе ихтимал".

Башҡортостанда 16 йәшкә тиклемге билетһыҙ пассажирҙарҙы автобустан төшөрөп ҡалдырыуҙы тыясаҡтар.
Депутаттар ошондай йөкмәткеле законды 2021 йылдың беренсе пленар ултырышында ҡараясаҡ. Закон проектына ярашлы, 6.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем ваҡыт арауығында ауыл араһында һәм туҡталыштарҙан тыш, тышта 22 градус һәм унан да һыуығыраҡ булғанда һәм башҡа хәүефле тәбиғәт шарттарында бәлиғ булмағандарҙы транспорттан төшөрөп ҡалдырыу тыйыла.
"Был закон проекты билетһыҙ йөрөүҙе яҡламай, ә балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ҡарала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙы һыуыҡта, трассала, ҡаланан алыҫта төшөрөп ҡалдырыу осраҡтары булды. Бындай хәлдәрҙең оло бәләгә килтереүе мөмкин", - тип белдергән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Фото: electrotrans.spb.ru
Читайте нас