Хәүефһеҙлек
11 Ғинуар 2021, 15:30

Байрамдар ҙур ҡазаһыҙ үтте

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә байрамдар осоронда кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә байрамдар осоронда кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов ял осоронда теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында әйтте. Был көндәрҙә көстәр юғары әҙерлек тәртибендә эшләгән. Көн һайын дежурға өс мең кеше һәм 900 берәмек техника сыҡҡан. Барлығы 167 янғын теркәлгән, уларҙа туғыҙ кеше үлгән, ете кеше йәрәхәттәр алған. Балалар үлеменә юл ҡуйылмаған. Һәләк булғандарҙың һигеҙе иҫерек булған.
Һыу объекттарында һәләк булғандар теркәлмәгән. Туристар шулай уҡ имен йөрөп ҡайтҡан. Ҡотҡарыусылар 25 тапҡыр юл-транспорты ваҡиғаларында зыян күргәндәргә ярҙам итергә барған. Автобустар бәрелешеп, кешеләр үлгән осраҡты ғәҙәттән тыш хәл тип билдәләгәндәр.
Эске эштәр министрлығының республика йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Айҙар Зөбәйеров шулай уҡ йомғаҡтар менән сығыш яһаны. 1-нән 10 ғинуарға тиклем дежур частарға тәртип боҙоу тураһында 16 мең шылтыратыу килгән, былтырғы менән сағыштырғанда 10 процентҡа әҙерәк. Байрамдар осоронда алты кешене үлтергәндәр. Был былтырғы менән сағыштырғанда бер осраҡҡа кәмерәк. Дүрт кешегә ауыр тән йәрәхәттәре килтергәндәр, туғыҙ талау, 364 урлашыу осрағы теркәлгән. 316 водитель иҫерек килеш рулгә ултырып, ҡулға алынған.
Республикала 800 мең байрам сараһы үткәрелгән, уларҙа 130 мең самаһы кеше ҡатнашҡан. Уларҙа дүрт мең полиция хеҙмәткәре, өс мең шәхси һаҡ ойошмаһы вәкилдәре тәртипте тәьмин иткән.
"Ҡотҡарыусыларға һәм полицияға Яңы йыл байрамдары мәлендә хәүефһеҙлек тәьмин иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Үҙем дә шыршыға барып килдем, бөтә ерҙә лә тыныс, хәүефһеҙ ине", – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас