Хәүефһеҙлек
10 Января 2021, 19:30

Сабыйын һәләк итә яҙған

"Бер генә шыуғандан бер нәмә лә булмай ул..."

Кисә баш ҡаланың Калинин районында күңелһеҙ хәл булған: 35 йәшлек әсә йәш ярымлыҡ сабыйын тюбингта шыуҙырам тип, саҡ һәләк итмәгән.
Күңел асыу өсөн ҡатын бөтөнләй яраҡһыҙ урынды һайлаған: шыуыу өсөн ҡулайлаштырылмаған тауҙың башына менеп, бала менән тюбингта аҫҡа эйгән, унан ҙур тиҙлектә ағасҡа бәрелгәндәр. Уларҙың икеһе лә ауыр тән йәрәхәттәре алған.
“Ашығыс ярҙам” машинаһында әсә менән баланы Өфө дауаханаларының береһенә оҙатҡандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был байрамдар осоронда булған аяныслы хәлдәрҙең тәүгеһе генә түгел: быға тиклем баш ҡалала, шулай уҡ ҡулайлаштырлмаған урында шыуып, ике бала төрлө тән йәрәхәттәре алғайны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: шыуыу өсөн ҡулайлаштырылмаған, хәүефһеҙлек саралары күрелмәгән урындарҙа күңел асыу, тау шыуыу һеҙҙең һәм балаларығыҙҙың ғүмерен, сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуя! Уйындан уймаҡ сығармағыҙ! Әйткәндәй, тюбинг хәрәкәт барышында ҙур тиҙлек йыя һәм уның менән идара итеү мөмкин түгел.
Был фажиғәгә килтереүе ихтимал! Һаҡ булығыҙ! “Бер генә шыуғандан бер нәмә лә булмай ул” тигән вайымһыҙлыҡ арҡаһында үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ғүмерлек үкенескә дусар итмәгеҙ!
Фото баш ҡаланың Граждандар хәүефһеҙлеге идаралығынан.
Читайте нас