Өфөлә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамын тоташтырған юл саты бер йылға ремонтҡа ябылды, ҡалала - тығындар. Был йәһәттән ниҙәрҙе белеү һәм әлеге шарттарҙы нисек үткәреү мөһим?
Нимә бара, ни өсөн был кәрәк һәм һөҙөмтәлә нимә аласаҡбыҙ?
Ҡала хакимиәте иң ауыр, әммә кәрәкле төҙөлөштө башланы – Өфөгә көньяҡтан ингән һәм Зәки Вәлиди урамындағы айырсаны киңәйтеү. Был - баш ҡаланың иң көсөргәнешле урамдарының береһе, пик сәғәте ваҡытында унан 6500 машина үтә. Бындағы юл үткәргес бөгөнгө транспорт ағымына яуап бирмәй, шуға бәйле тығындар даими хасил була. Хәҙер уны дүртәүҙән алты һыҙатҡа тиклем киңәйтәсәктәр. Был эш бер йылда тормошҡа ашырылғас, юлды яңы күпер менән бәйләйәсәктәр. Һөҙөмтәлә тығындар мәсьәләһе тағы ла иң кәмендә ун йылға хәл ителәсәк.
Бының өсөн юл үткәргесте быйыл 8 ғинуарҙан 30 ноябргә тиклем яптылар. Салауат Юлаев проспектында ике светофор урынлаштырылды, улар Йәшел сауҡалыҡтан ағымды көйләйәсәк. Был бик ауыр һәм уңайһыҙ ҡарар, тик яҡшырағы юҡ.
Мәскәүҙәге Юғары иҡтисад мәктәбенән эксперттар төрлө схемаларҙы, варианттарҙы әҙерләгән. Шул иҫәптән – юлды яртылаш ябыу. Бәлки был вариант яҡшы һәм уңайлы күренер, тик математика киреһен күрһәтә: юлды тулыһынса япҡанда, тығын оҙонлоғо - 1073 метр, ә яртылаш япҡанда – 990 метр була, быға өҫтәп, төҙөлөш ваҡыты ярты йылға арта.
Контракт буйынса, реконструкция эше 22 айға һуҙылырға тейеш. Юлды ябыу талап иткән эштәрҙе ҡулайлаштырып, уның ваҡыты 11 айға тиклем кәметелде. Бынан һуң юлды асасаҡтар, ә эштәр дауам итәсәк. Төҙөлөш тәүлек әйләнәһенә алып барыласаҡ. Штабта аңлатыуҙарынса, әлегә ерҙе геологик һаныуҙар һәм тимер-бетон конструкцияларҙы диагностикалау бара. Юл-төҙөлөш техникаһы кәрәкмәй. Төп эштәр ике аҙнанан һуң башлана, йәғни 20 ғинуар тирәһендә.
Хәҙер ҡала буйлап нисек хәрәкәт итергә?
Йәмәғәт транспорты, схемала күрһәтелгәнсә, айырсаны урап үтеп, элеккесә ваҡыт арауығында үҙ маршруттары буйынса йөрөйәсәк. Туҡталыштар ҙа күсерелмәй. Бер нәмә бар – юлда барыу ваҡыты артасаҡ, шуға ла алдан планлаштырып сығырға кәрәк.
Водителдәр юлдағы ваҡытты ҡыҫҡартыу өсөн картала күрһәтелгән альтернатив урамдарҙы файҙалана ала. Былтыр уларҙың бөтәһенә лә ремонт эшләнде, шуға ла йөрөрлөк хәлдә.
Посад урамынан Салауат Юлаев проспекты яғына, Минһажев урамынан ҡала үҙәгенә ҡарай юл үткәргесендә бер яҡлы хәрәкәт индерелде.
Октябрь революцияһы урамы буйлап юл үткәргесенән төшкәндә һулға боролорға ярамай. Яҡын тирәләге урамдарҙа автомобилдәрҙе ҡуйыу тыйылды. Йөк транспортына иртәнге сәғәт 5-тән киске 10-ға тиклем ҡалаға инеү тыйылды. Тәүге көн күрһәткестәре: ҡәҙимге ваҡытҡа ҡарағанда ҡаланан сығыуы ауыр, әммә бер кемгә лә күп сәғәтле тығында торорға тура килмәне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әгәр һеҙгә аэропортҡа йәки ашығыс рәүештә Өфөнән көньяҡтағы икенсе ҡалаға сығырға тура килһә, алдан ҡуҙғалығыҙ йәки урап үтеү юлдарын һайлағыҙ. Был юлығыҙҙы оҙонайтһа ла, тығындан ҡасырға булышлыҡ итәсәк.
Өфөнән көньяҡҡа сығыу өсөн өс юл бар:
М5 трассаһына “Ял кафеһы” районында Затон йәки Миловка, Дим биҫтәһенә аша. Пугачев урамы аша Нуғайға тиклем, ә унда М5 трассаһына төшөргә һәм Лебяжий ауылына, “Ял кафеһы”на тиклем барырға. Шаҡша, “Кроношпан” аша М5 трассаһына сығырға һәм “Ял кафеһы” туҡталышына тиклем барырға. Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге һәм Затондағы ике күперҙе техник белгестәр тикшерҙе, улар юғары көсөргәнеште күтәрерлек хәлдә.
Дим биҫтәһенә барырға йәки унан ҡалаға сығырға кәрәк булһа, ҡала электричкаһын файҙаланырға мөмкин. Улар иртәнге сәғәт 6-нан 9-ға тиклем һәм кис сәғәт 5-тән 9-сы яртыға ҡәҙәр сәғәт һайын йөрөй. Юл хаҡы - 22 һум, ә “Алға” картаһы буйынса – 20 һум. Тағы ла “Бәхетле сәғәт” тарифы булдырылған – “Башавтотранс” автобустарына бушлай күсеп ултырырға мөмкин. Теүәл расписаниеһы менән сайтта таныша алаһығыҙ.
Тығындар менән нисек көрәшергә?
Беренсе көндә – 8 ғинуарҙа – юл айырсаһынан яңы схема буйынса дүрт мең автомобиль үтә (иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, пик сәғәтендә 6,5 мең транспорт).
Практика күрһәтеүенсә, юлдағы хәлгә үҙгәрештәр индереп тороу һөҙөмтәлерәк - яңы күперҙә ҡул режимында светофорҙың ваҡытын үҙгәртеп тороу. Бының менән Өфө ҡалаһы хакимиәте булдырған оператив штаб дежурныйҙары шөғөлләнәсәк. Йәғни, кәрәк булғанда, ҡаланан сығыуға өс һыҙатты асырға була, ә инеүгә – берәүҙе, йәки уларҙы тигеҙ бүлергә, йәки инеүгә күберәк һыҙаттар ҡалдырырға.
Ҡала хакимиәте һәм ведомствоға ҡараған учреждениелар, 20 мең кеше, юл трафигын бушатыу өсөн, 11 ғинуарҙан эш ваҡытын иртәнге сәғәт 8-ҙән башлай һәм киске 17.00 сәғәткә тиклем эшләй. Йәғни хәҙер, ҡәҙимге ваҡыттан айырмалы рәүештә, эшкә бер сәғәткә алда киләләр һәм бер сәғәткә иртә ҡайталар.
Ремонт барған бөтә майҙанды “Уфанет”тың тышҡы күҙәтеү камералары күҙәтә. Юлдағы хәл торошто һылтанма аша инеп ҡарай алаһығыҙ.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.