Һуңғы осорҙа юлдарҙа автомобиль авариялары менән бәйле фажиғәләр артты. Ҡышҡы тәбиғәттең ҡырыҫлығы, һауа торошоноң боҙолоуы хәлде киҫкенәйтә.
Ошо көндәрҙә кискә табан Бөрө районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. "Hyundai Solaris" һәм "Lada Granta" автомобилдәре бәрелешкән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, фажиғә Өфө - Яңауыл автомобиль юлының 85-се километрында Үгеҙ ауылы эргәһендә теркәлгән. Рәсәй автомобиленә 51 йәшлек ир, сит ил машинаһына Мишкә районында йәшәгән 31 йәшлек водитель идара иткән. Һөҙөмтәлә иномаркалағы 23 йәшлек егеттәр һәләк булған. Шулай уҡ аварияла ике водитель менән бергә 24 йәшлек ҡыҙ ҙа йәрәхәтләнгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Водителдәрҙе ҡышҡы юлдарҙа айырыуса һаҡ, уяу булырға саҡырабыҙ. Боҙлауыҡ, күреүсәнлек кәмеүе, һепертмә бурандар тәжрибәле водителдәр өсөн дә ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Тәбиғәт шарттары боҙолғанда алыҫ юл сәфәрҙәренә сығыуҙан тыйылып тороғоҙ. Иң мөһиме - юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.