Хәүефһеҙлек
11 Ғинуар 2021, 19:00

Ике кешенең ғүмере өҙөлгән...

Аяныслы хәл Шишмә районы Богомоловка ауылы эргәһендәге "Автомобилист" баҡсасылыҡ ширҡәтендә булды.

Шишмә районы Богомоловка ауылы эргәһендәге "Автомобилист" баҡсасылыҡ ширҡәтендә торлаҡ йорт янып, ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.
Янғын тураһында хәбәр ҡотҡарыусыларға 11 ғинуар 9 сәғәт 47 минутта килә. Билдәләүҙәренсә, ете метрлыҡ бер ҡатлы кирбес йорт янған. Утты һүндереүгә өс берәмек техника, туғыҙ ҡотҡарыусы йәлеп ителгән. Янғынды тиҙ арала ауыҙлыҡлаһалар ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көл-күмер араһында 56 йәшлек ирҙең һәм ҡатындың кәүҙәләре табылған.
Әлеге мәлдә фажиғә урынында тәфтиш-оператив төркөм, тикшереүселәр эшләй, янғын сығыу сәбәбе һәм хәл-ваҡиғалар тикшерелә.
Ҡышҡы осорҙа йылытыу приборҙары менән үтә һаҡ эш итергә, янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы мотлаҡ ҡуйыуҙы тәьмин итергә кәңәш итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Фото: 18mchs.gov.ru
Читайте нас