Башҡортостан Хөкүмәтендә спорт, йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге былтырғы эшмәкәрлеккә һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау йәһәтенән уҙғарылған сараларға йомғаҡ яһау буйынса брифинг үтте.
Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Башҡортостандың Юстиция эше буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле ҡатнашты.
Ирек Сәғитов белдереүенсә, былтыр янғындарҙан 1257 кешене ҡотҡарыуға өлгәшкәндәр. Төбәктә янғын-ҡотҡарыу технологиялары камиллаша, сара күреү көстәрен һәм сараларын техник ҡорамалландырыу яҡшыра. Былтыр Кушнаренко ауылында янғын депоһы төҙөлгән. Красноусол (Ғафури районы), Әмзә (Нефтекама) ауылдарында ошондай объекттар төҙөү планлаштырыла. Ишембай районының Һайран һәм Өфө районының Булгаков ауылдарында янғынға ҡаршы хеҙмәт бүлексәләре асылған. Бынан тыш, Нуриман районының Павловка ауылында иҫәп буйынса 8-се эҙләү-ҡотҡарыу отряды булдырылған. Киләсәктә Баймаҡ районының Төркмән һәм Урғаҙы, Шишмә районының Уҙытамаҡ, Күгәрсен районының Тәүәкән ауылдарында ошондай уҡ бүлексәләр асыу ҡарала.