Хәүефһеҙлек
13 Ғинуар 2021, 13:30

Туғыҙ ҡатлы йортта - янғын...

Был хәл һөҙөмтәһендә ҡырҡ кеше, шул иҫәптән туғыҙ бала...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүенсә, бөгөн Өфөнөң Мушников урамындағы туғыҙ ҡатлы йорттоң береһендә янғын сыҡҡан. Ваҡиға урынынан 40 кеше, шул иҫәптән туғыҙ бала эвакуацияланған.
Хәүефле сигнал авария хеҙмәтенә 11.51 сәғәттә алына. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә йорт подъезы тулыһынса төтөн менән тулған була. Уттың өсөнсө ҡаттың коридорында сыҡҡаны асыҡлана. Тиҙ арала фатирҙағыларҙы урамға сығаралар, янғын тулыһынса һүндерелә. Бәхеткә күрә, барыһы ла иҫән-һау. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара, сәбәптәр өйрәнелә.
Ведомство ут менән иғтибарлы булыу кәрәклеген йәнә бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрә: бер генә шырпынан да тотош йорттоң юҡҡа сығыуы, ғүмерҙәр өҙөлөүе ихтимал. Бигерәк тә көндәр һыуыҡ саҡта йылытыу приборҙарын тоҡандырып, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, электр сымдары менән дә һаҡ эш итегеҙ. Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай икәнлеген онотмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Читайте нас