Хәүефһеҙлек
14 Ғинуар 2021, 14:30

Ҡыйыҡ таҙартам тип...

Бәлә аяҡ аҫтында ғына шул. Ҡар күпләп яуыу сәбәпле, коммуналсыларға тағы бер эш артты. Уның менән бергә хәүеф тә...

Бәлә аяҡ аҫтында ғына шул. Ҡар күпләп яуыу сәбәпле, коммуналсыларға тағы бер эш артты. Уның менән бергә хәүеф тә...
Яңыраҡ, 10 ғинуарҙа, ҡыйыҡ таҙартырға менгән 58 йәшлек эшсе һәләк булған. Әле был фажиғәле хәлде Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшерә.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, "Новиковка" идара компанияһы эшсеһе Менделеев урамындағы йорттарҙың береһенең башын таҙартырға менгән һәм 2,5 метр тирәһе бейеклектән ҡолап төшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алынған йәрәхәттәре үлемесле булған.
Әлеге ваҡытта хеҙмәт инспекцияһы хәл-ваҡиғаны һәм бәләгә тарытҡан сәбәптәрҙе тикшерә һәм һәр ерҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, һаҡ булырға саҡыра.
Фото:ryazan.rusuborka.com
Читайте нас