Бөгөн кис Һамар – Өфө – Силәбе трассаһында, Туймазы районының Ҡандра ауылынан өс километр алыҫлыҡта, ҡурҡыныс авария теркәлгән. Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән ике баланың. Малайҙарға - туғыҙ һәм 15 туғыҙ, ҡатынға 35, ә ҡыҙға 18 йәш булған. Ҡатын менән ике бала - бер ғаиләнән.
Мәғлүм булыуынса, юлдың 1337-се километрында “Лада Приора” менән "ДАВ" йөк автомобилдәре бәрелешкән. Еңел машинанан тимер өйөмө генә тороп ҡалған тип әйтергә мөмкин. Ундағы дүрт пассажир һәләк булған, ә 2002 йылғы водитель дауаханала.
Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
Әле республикала һауа торошо тотороҡло түгел, көслө буран ҡотора, шуға ла Башҡтортостан дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе юлдарҙа иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын һаҡларға, хәүефһеҙ арауыҡты һаҡларға, тәртипһеҙ хәрәкәт итеүҙән тыйылырға, ҡапыл тормозға баҫмаҫҡа саҡыра. Ҡар яуғанда тиҙлекте минимумға тиклем кәметеү хәйерле, сөнки хәүеф килеп тыуғанда юл-транспорт хәлен кисектереү мөмкин буласаҡ. Иң яҡшыһы – бындай көндө автомобилдә йөрөүҙән тыйылып тороу.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә һәм йәйәүлеләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре талаптарын тулыһынса үтәргә кәңәш итә – быға кешенең ғүмере һәм һаулығы бәйле.
Юлда ауыр хәлгә ҡалған водителдәр һәм башҡа ҡатнашыусылар ярҙам һорап дәүләт инспекцияһы бүлексәләренә мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәткәрҙәр барлыҡ ярҙам төрҙәрен күрһәтәсәк, кәрәк булғанда, техник хеҙмәттәрҙе һәм эвакуатор саҡырыуҙа булышлыҡ итәсәк. Өфө буйынса дежур бүлеге телефоны – 8 347 237-02-02, Башҡортостан буйынса - 8 347 235-84-02.
Фото: БР буйынса ЮХХДИ идаралығы.