Баш ҡалала ошо көндәрҙә 11 йәшлек бала юл аварияһында зыян күргән. Ваҡиғала таксист ғәйепле тип күҙаллана. Инспекторҙар әйтеүенсә, ул иҫерек килеш рулгә ултырған һәм машинаға идараны юғалтҡан.
Әйткәндәй, водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, авария Өфөнөң Достоевский һәм Ветошников урамдары киҫелешендә булған. 29 йәшлек таксист идара иткән "Hyundai Solaris" һәм 55 йәшлек водитель идаралығындағы "Mitsubishi Lancer" бәрелешкән. Һөҙөмтәлә икенсе автомобилдәге 11 йәшлек ҡыҙ тән йәрәхәттәре алған. Ул дауаханала.
Юл инспекторҙары ваҡиғаның үҙенсәлектәрен асыҡлай.
Фото ЮХХДИ идаралығы сайтынан.