Хәүефһеҙлек
16 Ғинуар 2021, 08:15

Урамдан үтеп барған егеткә йыртҡыстарса ташланып...

"Өйөр"ҙөң ҡорбаны аяғына ла баҫа алмай ҡарҙа ятып ҡала. Һөҙөмтәлә...

Был ҡырағай хәл Өфөнөң Әй урамында 29 декабргә ҡарай төндә күҙәтелгән. Енәйәт урамдағы видеокүҙәтеү камераһына яҙылған.
Унан күренеүенсә, өс машинала килеп туҡтаған һөжүм итеүселәр урамда китеп барған егеткә ҡапыл ташлана. Кәмендә ун кешенән торған "өйөр" йыртҡыстарса ҡылана: ҡаршылыҡ күрһәтә лә алмаған егетте аяуһыҙ типкеләйҙәр. Бер аҙҙан язалаусылар машиналарына ултырып китеп бара, ә ҡорбандары аяғына ла баҫа алмай ҡарҙа ятып ҡала...


Осраҡлы үтеп барыусылар күреп ҡалып, тиҙ ярҙам саҡыртмаһа, ни менән бөтөр ине икән егет өсөн был көн, уйлауы ла ҡурҡыныс... Ҡабырғалары, ҡулдары һынған, баш-мейеһе ныҡ йәрәхәтләнгән - бөгөнгә уның диагнозы шундай.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, полиция ваҡиға булған урынды ҡараған, тикшергән, тик әлегә енәйәтселәрҙең кемлеге асыҡланмаған.

Фото: bash.news
Читайте нас