Хәүефһеҙлек
17 Ғинуар 2021, 11:30

Уғрының ҡулдары “уйнап” ҡына тора...

“Артымдан эйәрһәң, телефонһыҙ ҙа ҡалырһың”, тип янай йылғыр егет...

19 йәшлек Өфө егете тәфтиш хеҙмәткәренә һорау алыуға барышлай, тағы бер уғрылыҡ ҡылырға өлгөрә. Эске эштәр министрлығында хәбәр ителеүенсә, 14 ғинуарҙа 24 йәшлек егет полицияға мөрәжәғәт иткән. “Мәктәп” туҡталышында уның ҡолағындағы ҡиммәтле наушниктарҙы билдәһеҙ кеше тартып ала, өҫтәүенә “артымдан эйәрһәң, телефонһыҙ ҙа ҡалырһың”, тип янай һәм һыпыртыу яғын ҡарай. Полицейскийҙар йылғыр бурҙы тиҙ эҙләп таба. Баҡһаң, ул тәфтиш хеҙмәткәренең кабинетында бөтөнләй башҡа енәйәт эше буйынса һорау алынған егет булып сыға.
- Ғәйепләнеүсе тәфтиш хеҙмәткәренә һорау алыуға барышлай, үҙенә оҡшаған наушникты егеттә күреп ҡала. Сит әйбергә ҡыҙығып, тиҙ генә эләктереп ала һәм туп-тура полиция бүлегенә йүнәлә. Ғәйепләнеүсегә яуап бирергә тура киләсәк, енәйәт эше асылған, - ти хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре.
Фото:Pxhere.com
Читайте нас