Өфөлә Рабкоров урамындағы 12 ҡатлы йорттағы 10-сы ҡатта фатир яна. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар һәм башҡа тиҙ ярҙам хеҙмәттәре килә. Йорттағы кешеләрҙе эвакуациялайҙар.
“Килгәндә торлаҡ йорттоң өҫкө ҡаттарын төтөн ялмап алғайны. 10-сы ҡатҡа күтәрелгәндә 15 квадрат метрҙа тамбур яна ине, – тип белдерҙе Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. – Утты һүндергән ваҡытта янғын һүндереүселәр өҫкө ҡаттан өс кешене ҡотҡарып, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырҙыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, реанимация ярҙамы күрһәткән ваҡытта ике ҡатындың үлеүе теркәлә, әле шәхестәре асыҡлана”.
Янғын һүндереүгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 50 кеше һәм 15 берәмек техника йәлеп ителә. Янғын ваҡытында 33 кеше эвакуациялана, шул иҫәптән биш бала.